“Аҡбуҙат” – башҡорт халҡының материаль булмаған шедевраль ауыҙ-тел ҡомартҡыларына бағышланған әлегә берҙән-бер һәйкәл.
Һәйкәл Силәбе өлкәһе Кәҫле ҡалаһында урынлашҡан архитектур-нәфис ҡойоу заводында суйындан ҡойолған. Авторы – танылған башҡорт скульпторы Өлфәт Ҡобағошев.
“Аҡбуҙат” һәйкәле 5 йыл дауамында тормошҡа ашырылған. Радий Хәбиров булышлығы менән суйындан ҡойолған “Аҡбуҙат” композицияһы Башҡортостанға ҡайтарылды һәм Йылҡысыҡҡан күле янында үҙ урынын биләне.