4 июлдә “Ватан” этнопаркында милли кейемдәр парады уҙҙы һәм парадта ҡатнашыусылар ҙур әйлән-бәйләнгә теҙелде. Кисәге көндә бер юлы ике донъя рекорды ҡуйылды!
Хоровод буйынса иң күп ҡатнашыусылар беҙҙә булды. Уларҙың һаны – 57 ил. Милләттәр һаны буйынса ла беҙ алдынғы урынға сыҡтыҡ: әйлән-бәйләндә 71 милләт вәкиле ҡатнашты. Тантанала Рәсәй Рекордтар китабының баш мөхәррире Станислав Коненко ҡатнашты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, фольклориадаға барлығы 37 илдән ансамбль килде. Ойоштороусылар белдереүенсә, әйлән-бәйләнгә Өфөгә турист сифатында килгән башҡа ил кешеләре ҡушылып, һан 57-не күрһәтте.