+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июль 2021, 13:54

Күргәҙмәләргә рәхим итегеҙ!

Бөгөн, 4 июлдә Башҡортостан Республикаһы Милли музейында бер юлы ике күргәҙмә асылды: “Донъя халыҡтары битлектәре” һәм “Донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары”.

Асылыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова:  “VI Фольклориада - халыҡтар дуҫлығы, йолаларыбыҙҙы, тамырҙарыбыҙҙы һаҡлау символы. Мөһим сарала беҙ бөтөн донъялағы мәҙәниәттәр менән танышабыҙ. Әлеге күргәҙмәләрҙә лә был асыҡ сағылыш таба. Битлектәр төрлө мәҙәниәттәрҙе күрһәтә, шулай уҡ һәр халыҡ үҙ тойғо-хистәрен үҙ музыка ҡоралдары аша асып бирә. Көйҙәрҙә халыҡ күңеле сағыла”, - тип билдәләп үтте.

Битлектәр күргәҙмәһендә фольклориадала ҡатнашыусылар алып килгән 24 уникаль эш тәҡдим ителгән. Улар араһында Камерун, Коста-Рика, Чили, Эквадор, Эстония, Доминикан республикаһы һ. б. бар. Һәр экспонаттың барлыҡҡа килеү тарихы менән танышырға мөмкин. Әйтәйек,  Чили иле битлеге ағас киҫәгенән киҫелеп эшләнгән һәм ул тупраҡ, төрлө таштар, кеше сәсе, көмөш аксессуарҙар менән биҙәлгән.

Йәштәр координация комитеты ойошмаһы тарафынан ойошторолған “донъя халыҡтарының музыка уйын ҡоралдары” халыҡ-ара фотокүргәҙмәһендә 34 уйын ҡоралы һүрәте тәҡдим ителгән: гадулка, чаранго, сасанду, комуз, тамборес-де-бомба, альпхори, балайк, ҡурай һ.б. Шулар араһында Пуэрто-Рика, Индонезия, Германия, Боливия, Ҡырғыҙстан, Болгария, һ.б. илдәр бар. Фотокүргәҙмә менән рус, инглиз, испан, француз телдәрендә танышырға мөмкин. 

Күргәҙмәләрҙе 5 - 9 июлдә килеп ҡарарға мөмкин. Адресы: Өфө, Совет урамы, 14. Инеү ирекле, битлек кейеү мотлаҡ.

Читайте нас: