+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июль 2021, 08:10

Хуш киләһең, Фольклориада!

3 июлдә Өфө-Арена Боҙ һарайында VI Бөтә донъя фольклориадаһының асылыу тантанаһы уҙҙы. Бындай тамашаның республикала булғаны юҡ ине әле. 

Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһы старт алды. Асылыу тантанаһы 3 июлдә Өфө-Арена Боҙ һарайында уҙҙы. Төрлө ил һәм этнос вәкилдәре – халыҡ-ара ваҡиғала ҡатнашыусылар ҡыҙыл келәм буйлап боҙ һарайына  үтте. Эстә уларҙы халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры башҡарыуында дәрле башҡорт музыкаһы ҡаршы алды.

Тамаш юғары кимәлдә ойошторолғайны. Унда меңдән артыҡ артист ҡатнашты. “Ер. Күңел. Фольклор” тамашаһы мәғәнәгә эйә булған бер нисә блокка бүленде. Эпос геройҙары тамашасыларҙы легендалар һәм мифтар менән тулы башҡорт халҡы тарихы аша үткәрҙе.

Урал батыр образында Гиннестың рекордтар китабы рекордсыһы, Рәсәйҙең һәм донъяның иң көсөл кешеләренең береһе Эльбрус Ниғмәтуллин сығыш яһаны.

Беренсе тапҡыр Өфөлә Фольклориада гимны яңғыраны. Тантаналы композицияны Рәсәй йырсыһы Марина Девятова һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов башҡарҙы.

Асылыу тантанаһының рәсми өлөшөндә алып барыусылар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡотлау телеграммаһын уҡынылар. Сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан Башлығы Радий  Хәбиров сығыш яһаны.

Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының Халыҡ-ара советы президенты Филипп Боссан ҡатнашыусыларҙы йылы сәләмләне, сығышын башҡортса һөйләп тамамлап ҡуйҙы.

“Эйе, беҙ – төрлө. Һәр беребеҙҙең үҙ теле, үҙ мәҙәниәте. Әммә беҙ – туғандар, яҡшы күршеләр. Беҙ берҙәм булыуыбыҙ менән көслөбөҙ ҙә инде. Үҙ еребеҙҙе яратыуыбыҙ менән тыуған илде көслөрәк, байыраҡ яһайбыҙ. Уртаҡ уңыштарыбыҙға һөйөнәбеҙ. Бөтә планета буйынса шулай булырға тейеш”, - тине Радий Хәбиров үҙенең сығышында.

Хуш киләһең, Фольклориада!  

Читайте нас: