Йәшенмәк уйнайым, иптәштәремдән йәшенәм, тип ҡыуанып ҡына уйнап йөрөгән 8 йәшлек баланың ғүмере фажиғәле рәүештә өҙөлә. Һарай янында торған иҫке һыуытҡысҡа инеп йәшенә ул, һәм... ябылған ишекте кире аса алмай... Совет заманындағы был һыуытҡыстар бер яҡлы бикләү ҡорамалы менән йыһазландырылған, тышҡы яҡтан ғына асыла. Эҫелә былай ҙа ҡыҙып торған ҡумта эсендә бала тоносоға... Ата-әсәһе уны төндә генә табып ала.
Яңауыл районы, Ҡарман ауылында була был хәл.
Үкенескә күрә, һыуытҡысҡа бәйле фажиғә был беренсеһе түгел. Һаҡланғанды – һаҡлармын, тиҙәр. Балаларыбыҙға күҙ-ҡолаҡ булайыҡ.