+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2021, 17:42

Уҡыу йылы нисек башланыр?

Балалар ҡәҙимгесә мәктәп ишеген асырмы, йә иһә уҡыуҙар дистанцион форматта барырмы?

Балалар ҡәҙимгесә мәктәп ишеген асырмы, йә иһә уҡыуҙар дистанцион форматта барырмы?
Рәсәй Президенты менән бөгөнгө тура бәйләнештә “Быйылғы уҡыу йылы ниндәй форматта башланыр?” тигән һорау бирелде.
Ошо йәһәттән Башҡортстан Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәлгә асыҡлыҡ индерҙе:
“Башҡортостанда уҡыу йылы ҡәҙимге форматта башланасаҡ, балалар мәктәпкә йөрөйәсәк. Былтырғы уҡыу йылы пандемия тыуҙырған ҡыйынлыҡтарға бирешмәйсә, санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр ярҙамында хәлдә тотороҡлоҡ һаҡлай алыуыбыҙҙы иҫбатланы.
Уҡыусылар мәктәп партаһы артында белем алыр, тип ышанабыҙ”.
Читайте нас: