-6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июнь 2021, 11:42

Кескәй башҡорттар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы

Үзбәкстандың Ташкент ҡалаһында башҡорт һабантуйы үтте. Был сара сиктәрендә "Арғымаҡ" төркөмө солисы Ринат Рамаҙанов балаларға, йәштәргә ҡурай, ҡумыҙ серҙәрен дә систе.

Үзбәкстан башҡорттарының һабантуйы үтте. Ташкент ҡалаһының төп паркында ойошторолған милли байрамда Башҡортостан исеменән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, “Арғымаҡ” төркөмө солисы Ринат Рамаҙанов сығыш яһаны.
Ул төркөм репертуарындағы йырҙарҙы башҡарҙы, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнаны. Был милләттәштәребеҙ күңеленә хуш килде, улар, түҙмәйенсә, майҙан уртаһына бейергә лә төштө.
Ринат Үзбәкстанда йәшәгән милләттәштәребеҙгә башҡорт йыр-моңдарын бүләк итеп кенә ҡалманы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт ижтимағи-мәҙәни үҙәге тарафынан ойошторолған тирмәлә балаларға, йәштәргә ҡурай, ҡумыҙҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә бирҙе.
Башҡорт үҙәге Ринатҡа ғына түгел, бар Башҡортостанға, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына рәхмәт һүҙҙәрен юлланы.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: