-3 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июнь 2021, 15:14

Матрешкалар башҡортса кейенгән

Уларҙың ҡайһы берҙәре эпос геройҙарын - батырҙарыбыҙҙы ла һынландыра.

Бөтә донъя Фольклориадаһына башҡорт милли кейеме менән 2000-дән ашыу матрешка әҙерләйҙәр.
“Ағиҙел” башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсебе июлдә Башҡортостанда үтәсәк донъяуи сараға матрешкалар эшләүҙең осона сығып бара. Сувенирҙарҙың үҙенсәлеге – матрешкалар күбеһе башҡорт милли кейемендә.
Шулай уҡ эпос геройҙарын – батырҙарҙы һынландырған матрешкалар ҙа буласаҡ.
Башҡорт милли кейеменең өлгөһө итеп Дим башҡорттарының стиль үҙенсәлеген һайлағандар. Был төр кейемде тәңкәләр күплегенән, еләндән танып була. Ҡашмауға Урал тауҙарының символикаһы итеп бисерҙан өсмөйөш йәки ромбтар сигелә.
Башҡорт кейемендәге матрешкаларҙы етештереү уйының килеп сығышы осраҡлы түгел. Матрешка – Рәсәйҙең һынландырған иң киң таралған сувенир. Был ағас ҡурсаҡтар халыҡтарҙың эске донъяһын сағылдыра, мәғрифәтселек һәм мәҙәни мәғәнә йөрөтә.
“Ағиҙел” берекмәһе хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың райондары буйлап йөрөй, этнографтарға, ғилми хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итә.
“Башҡорт ҡыҙының милли кейеме бер төрлө генә түгел. Ул шартлы рәүештә ете төргә бүленә. Матрешкаларҙы төрлө кейемдәргә “кейендерер” өсөн төрлө райондарҙа булырға тура килде”, - ти этнодизайнер Мира Дәүләтова.
Читайте нас: