+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июнь 2021, 01:22

Матбуғатҡа яҙылыу байрамы уҙҙы

Матбуғат йорто республикала сыҡҡан гәзит-журналдарҙың тоғро дуҫтарын йыйҙы.

Бөгөн Өфөләге Матбуғат йорто алды майҙаны умарта күселәй гөжләне. Бында республикала сыҡҡан бөтә гәзит-журналдарҙың тоғро дуҫтары йыйылды. Башҡортостандың матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы уңайынан – Матбуғатҡа яҙылыу көнө үтте. Сараға килгәндәр араһында баш ҡала халҡы, матбуғат ветерандары, халҡыбыҙ араһында төрлө өлкәләге хеҙмәттәре менән танылыу яулаған мәртәбәле шәхестәр булды. Байрамға йыйылған халыҡты Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Зөһрә Сәйетҡолова, "Республика Башҡортостан" нәшриәт йортоноң генераль директоры Фәнүр Йәғәфәров, республиканың Журналистар союзы рәйесе, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов сәләмләне. Байрам сараһы барышында гәзит-журналдарға яҙылырға, милли кәсепселәребеҙ әҙерләгән төрлө күргәҙмәләрҙе ҡарап, эштәрен һатып алыу мөмкинселеге лә булды. Ә инде сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡуйған матур концерт тамашасыларҙың күңеленә байрам кәйефе өҫтәне, Байрам аҙағында баҫмаларға яҙылыусылар араһында ҡиммәтле приздар уйнатылды. Беҙҙең Аҡбуҙат журналына яҙылыусылар араһынан ғына 6 - 7 кеше матур бүләктәр отоп ҡыуанды.
Миләүшә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: