+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июнь 2021, 18:53

Фольклориада дүрт фестиваль округына берләштерелгән 22 муниципалитетта уҙасаҡ

Һеҙҙең районда ҡасан уҙа? Был хаҡта сайтта танышығыҙ!

4 йылға бер үтә торған VI Бөтә донъя Фольклориадаһы быйыл июль башында Башҡортостанда уҙасаҡ. Унда 48 илдән 2000 гә яҡын ҡунаҡ ҡатнашасаҡ. Ҡатнашыусылар Өфөнән тыш, дүрт фестиваль округына берләштерелгән 22 муниципалитетта сығыш яһаясаҡ.
Үҙәк округҡа ингән Салауат ҡалаһында саралар – 5 июлдә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында һәм Нуриман районында – 6 июлдә, Октябрьскийҙа – 7 июлдә, Ҡырмыҫҡалы һәм Ауырғазы райондарында – 8 июлдә, Ишембай һәм Благовещен райондарында – 9 июлдә;
Төньяҡ фестиваль округына ҡараған Мишкә районында – 5 июлдә, Ҡариҙел районында – 6, Борайҙа – 7, Асҡын районында – 8 июлдә;
Төньяҡ-көнбайыш округындағы Дүртөйлө ҡалаһында – 5, Яңауыл районында – 6, Тәтешлелә – 7, Нефтекама ҡалаһында – 8, Илеш районында – 9 июлдә;
Көнсығыш округына ингән Әбйәлил районында – 5 июлдә, Бөрйәндә – 6, Учалы ҡалаһында – 7, Сибайҙа – 8, Белорет ҡалаһында 9 июлдә уҙғарыла.
Концерттарҙан тыш, фестиваль ҡунаҡтары өсөн күргәҙмәләр эшләйәсәк, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеләсәк, төрлө интерактив майҙансыҡтар, ҡатнашыусыларҙың милли кейем парадын әҙерләгән.
Читайте нас: