Республика башлығы Радий Хәбиров “Әсәлек даны” миҙалына ҡушып түләнгән аҡсанан 13 процент һалым алынмаясаҡ тигән Указға ҡул ҡуйҙы. Йәғни әсәйҙәр был түләүҙе тулы килеш – 17241 һум итеп аласаҡ.
“Әсәлек даны” миҙалы Республикала аҡсалата премия менән бергә биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән әсәйҙәргә бирелә. Башҡортостанда 1998 йылдан башлап барлығы һигеҙ меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ был юғары исемгә лайыҡ булған. 2018 йылдан “Ата-әсәлек ҡаҙанышы” (“Родительская доблесть) миҙалы ла ғәмәлдә. Уға 22 ғаилә лайыҡ булған. Наградаға бер тапҡыр бирелә торған 100000 һум аҡса тапшырыла. Бына ошо түләүҙән дә хәҙер 13 процент һалым алынмаясаҡ.