+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июнь 2021, 17:24

Йәй! Каникул! Лагерь!

Йәйге ялдарын лагерҙарҙа үткәрергә теләүселәр күп, шуға күрә балалар туристик кэшбек программаһы булдырылған. Уға ярашлы путевканың 80 процент суммаһын кире ҡайтарып алып була.

Бөтә Башҡортостандан 31 520 бала мәктәп янындағы һәм ҡала ситендәге лагерҙарҙа ял итә башланы.
1 июндән башлап балаларҙың ял итеү миҙгеле старт алды.
Йәйге ялдарын лагерҙарҙа үткәрергә теләүселәр күп, шуға күрә балалар туристик кэшбек программаһы булдырылған. Уға ярашлы путевканың 80 процент суммаһын кире ҡайтарып алып була.
Бының өсөн путевканы мирпутешествий.рф сайтында “Мир” картаһы ярҙамында һатып алыу зарур. Бер нисә көн дауамында путевканың ярты хаҡы ата-әсәнең картаһына кире күсәсәк, ә республика тарафынан тағы ла 30 процент ҡайтарыласаҡ.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: