+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июнь 2021, 11:06

Гөрләп үтте балалар һабантуйы!

1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан беҙҙең Аҡъяр ауылының 3-сө һанлы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында “Балалар һабантуйы” ойошторолдо.

1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан беҙҙең Аҡъяр ауылының 3-сө һанлы “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында “Балалар һабантуйы” ойошторолдо. Байрам үтәсәк майҙансыҡ кескәйҙәрҙең шат ауазынан яңғырап торҙо был көндө.
Балаларҙы бөгөнгө байрамдар менән тәбрикләп, уларға был байрамдарҙың мәғәнәләре аңлатылды. Ҡулына ҡолға тотоп:
Беҙҙең ауыл – ҙур ауыл,
Уртаhында – hырғауыл.
Һабантуйға килегеҙ,
Матур ерҙә була ул.
Һабантуйға барығыҙ,
Ҡотлап бүләк hалығыҙ.
Һөлгөләр һеҙ бирегеҙ,
Ҡолғаларға элегеҙ.
Көрәшсегә таҫтамал,
Йүгереккә ҡулъяулыҡ.
Барын бергә hалығыҙ,
Ҙур бәйгегә был байлыҡ,–

тип һабантуй Батырының “Һабантуй” байрамына килеп инеүе сараға йәм өҫтәне. Батырҙың ҡолғаһына һәр төркөм тәрбиәселәре, балалары, сара һуңында байрамда ҡатнашыусыларҙы бүләкләү өсөн, үҙҙәре алып килгән ҡулъяулыҡ, сигелгән таҫтамал, таҫма һәм башҡа бүләктәрҙе, изге теләктәр теләп, ҡолғаға бәйләне.
Билдәләнгән урындарҙа “Ат сабышыу”, “Һыу ташыу”, “Милли көрәш”, “Тоҡ менән алыш”, “Йомортҡа ташыу”, “Көршәк ватыу” кеүек милли уйындар ойошторолдо.
Сара һуңында Һабантуй Батыры, байрамда ҡатнашыусы бөтә балаларҙы тәбрикләп, зәңгәр күктәребеҙҙең аяҙ булыуын, уңыштарҙың мул булып уңыуын һәм кескәйҙәргә бәхетле яҡты киләсәк теләп, бүләктәр һәм тәмле күстәнәстәр таратты.

Башҡорт теле уҡытыусыһы Ә.Ф.БАЙМЫРҘИНА.
Читайте нас: