+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июнь 2021, 17:13

Беҙ барыбыҙ бала саҡтан

“АРТ-Ҡоролтай. Балалар 0+” Беренсе мәҙәни балалар форумы сиктәрендә пленар ултырышы үтте. Һөйләшеүҙә урта, сәнғәт мәктәбе уҡыусылары, балалар йорто тәрбиәләнеүселәре, Татарстан республикаһының Аҡтаныш районынан килгән балалар ҡатнашты.

Сараның мәртәбәле ҡунаҡтары – Каринэ Хәбирова һәм Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
“Беҙ, ололар, бала саҡтың ни икәнен беләбеҙ. Ә һеҙ, балалар, әле ҙураймағанһығыҙ, шуға күрә беҙҙең бурыс – һеҙгә ярҙам итеү. Бөтмәҫ мәшәҡәттәр арҡаһында беҙ һеҙҙән теге йәки был һорауҙы хәл итеүгә нисек ҡарайһығыҙ, ижад өсөн, йәмғиәттә үҙеңде тулы ҡанлы шәхес итеп тойоу өсөн нимә етмәй тип һорарға ваҡыт та тапмайбыҙҙыр.
Балалар форумының Балаларҙы яҡлау көнөндә үтеүе әһәмиәтле. Ошондай саралар һеҙҙе, балалар, нығыраҡ аңларға этәргес булыр”, - тине Каринэ Хәбирова.
Форумда ҡатнашыусы балалар мәҙәниәт, архитектура, фән, киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге проекттары менән уртаҡлашты, үҙҙәренең ҡаҙаныштары тураһында һөйләне.
Һөҙөмтәлә, резолюция ҡабул ителде, уның сиктәрендә ижади майҙансыҡтар, кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән урындар, биләмәләрҙе булдырғанда балаларҙың да фекеренә ҡолаҡ һалырға тигән ҡарар ҡабул ителде.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: