+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июнь 2021, 21:00

Бөгөн иғтибар үҙәгендә - тик балалар!..

Бөгөн республикабыҙҙың һәр районында, һәр ауылында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн билдәләнеләр. Билдәләнеләр, тип әйтеү генә әҙҙер, ысын байрамға әйләнә бара был көн. Бөгөн – иғтибар үҙәгендә тик балалар. Балаларҙың һөйөнөс-ҡыуаныстары, уңыштары, бәхетле, шат йөҙҙәре – ата-әсә өсөн шунан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән? Балаларҙы күңел йылыбыҙҙы йәлләмәй, иғтибарыбыҙҙан айырмай, һөйөү һәм мөхәббәткә генә сорнап үҫтерәйек! Уларға бөгөн иғтибарлы һәм ихтирамлы булһаҡ, илен, телен, халҡын һөйөргә өйрәтеп үҫтерһәк, киләсәгебеҙ ҙә яҡты, матур, ышаныслы булыр.Донъя халыҡтары әкиәттәрен Башҡортостан халыҡтары телдәрендә һөйләүселәрҙең “Һаумы, һаумы, әкиәт!” төбәк-ара конкурсының йомғаҡлау өлөшө тап ошо көнгә тура килеүе лә юҡҡа түгел.

Бөгөн республикабыҙҙың һәр районында, һәр ауылында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн билдәләнеләр. Билдәләнеләр, тип әйтеү генә әҙҙер, ысын байрамға әйләнә бара был көн. Бөгөн – иғтибар үҙәгендә тик балалар. Балаларҙың һөйөнөс-ҡыуаныстары, уңыштары, бәхетле, шат йөҙҙәре – ата-әсә өсөн шунан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән? Балаларҙы күңел йылыбыҙҙы йәлләмәй, иғтибарыбыҙҙан айырмай, һөйөү һәм мөхәббәткә генә сорнап үҫтерәйек! Уларға бөгөн иғтибарлы һәм ихтирамлы булһаҡ, илен, телен, халҡын һөйөргә өйрәтеп үҫтерһәк, киләсәгебеҙ ҙә яҡты, матур, ышаныслы булыр.
Донъя халыҡтары әкиәттәрен Башҡортостан халыҡтары телдәрендә һөйләүселәрҙең “Һаумы, һаумы, әкиәт!” төбәк-ара конкурсының йомғаҡлау өлөшө тап ошо көнгә тура килеүе лә юҡҡа түгел. Тантана Өфөнөң И. Яҡутов исемендәге паркында уҙҙы. Был конкурс йыл да уҙғарылып килгән матур йолаға әүерелде. Һәр ата-әсә ғәзиз балаһының, уҡытыусы – уҡыусыһының, тәрбиәсеһе тәрбиәләнеүсеһенең иң яҡшыларҙан булып сығыш яһауын теләй, бының өсөн туған телдең нескәлектәрен тойорға өйрәтә, телгә ҡарата бала күңеленә һөйөү орлоҡтары һала.
Һәр бала бүләкле булып, ҡыуанып, матур тәьҫораттар менән ҡайтты бөгөнгө байрамдан. “Аҡбуҙат” журналының махсус призына “Әкиәтте сәхнәләштереү” номинацияһында 1-се урын яулаған 48-се Башҡорт лицейының Йәкшәмбе мәктәбендә шөғөлләнеүсе фольклор төркөмө эйә булды: Хәсәнова Сабина, Мәхмүтова Зарина, Миһранова Элина, Камилла һәм Камил Мозафаровтар, Мырҙагилдина Илүзә. Шулай уҡ Татарстан республикаһы Аҡтаныш районы Сураҡай мәктәбенең 3-сө класс уҡыусылары Ралия Минһажева, Ралина Хәсәнова, Илмир Ситдиҡов, Илһам Хөсәйенов, Нәзилә Хафизовалар ҙа “Аҡбуҙат” бүләктәрен алып ҡыуанды. Ә Ейәнсура районы Иҫәнғол балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Роксана Мөҡсинова “Аҡбуҙат”тың лауреаты булды!
Бәләкәстәрҙең барыһын да еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Туған телеңдә әкиәт һөйләү, сәхнәгә сығып баҫыу – үҙе ҙур еңеү ул. Киләсәктә уңыштарығыҙ, ҡыуаныс-шатлыҡтарығыҙ күп булһын!
Читайте нас: