+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Май 2021, 16:40

Балаларҙы яҡлау көнөндә Яҡутов паркында ниҙәр үтәсәк?

Йәйҙең тәүге көнө ­1 июндә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә. Шул уңайҙан республикабыҙ буйынса матур саралар уҙғарыла. Өфөлә Яҡутов паркында ла балалар өсөн сағыу байрам үтәсәк (Тулыраҡ сайтта танышығыҙ).

1. “Һаумы, һаумы, әкиәт!” төбәк-ара конкурс еңеүселәрен ҡотлау сараһы уҙасаҡ.
Конкурс апрель, май айҙарында барҙы. Унда Башҡортостан, Татарстан, Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләре, Пермь крайы балалары ҡатнашты.
Гран-при Әбйәлил районы Амангилде ауылынан Азиза Дауышева менән Өфө 28-се һуҡыр һәм күҙгә зәғиф балалар коррекция мәктәп-интернатының 2-се класс уҡыусыһы Анна Гусеваға бирелә.
Йәнә 1, 2, 3-сө урындарҙы алыусылар ҙа билдәле. “Аҡбуҙат” журналы был байрамда үҙ еңеүсеһен ҡотлаясаҡ!
Балаларҙың сығыштары менән “Бәйләнештә” төркөмөндә https://vk.com/public201844941 һылтанмаһы аша үтеп танышырға мөмкин.
2. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнап флешмоб иғлан итә. Флешмобта туған телен белгән һәр бала ҡатнаша ала. 31 майҙан 5 июнгә тиклем башҡортса шиғыр ятлап йә сәсмә әҫәрҙән өҙөк һөйләп #БөтәДонъяБашҡорттарыҠоролтайы #ТелемдеЯратам #БашҡортсаҺөйләшәм хештегтары менән видеояҙмаларҙы социаль селтәрҙәргә урынлаштырырға кәрәк. 1 июнь Яҡутов исемендәге паркта үтәсәк балалар байрамында махсус майҙансыҡ эшләйәсәк. Флешмобта ҡатнашырға теләгәндәр өсөн шунда уҡ видео яҙҙырыу һәм милли кейемдәрҙә фотоға төшөү мөмкинлеге ойошторола.
Читайте нас: