+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Май 2021, 08:33

Талбазы башҡорт гимназияһының 4–се класында фәһемле асыҡ дәрес үтте.

Бала бәләкәйҙән матурлыҡты күреп, үҙе шул матурлыҡты тыуҙырыуҙа ҡатнашып үҫһә, аҙаҡ та матурлыҡҡа сумып йәшәр...

Бөтә донъя фольклориадаһын ҡаршылап
Уҡыу йылы аҙағында Талбазы башҡорт гимназияһының 4–се класында бик фәһемле асыҡ дәрес үтте. Ханнанова Гөлфиә Нурғәли ҡыҙы уҡыусыларға һәм әсәйҙәргә сигеү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Гөлфиә Нурғәли ҡыҙының сигеү күргәҙмәһе беҙҙең районда ғына түгел, республикала ла таныш. Уның үҙенсәлекле картиналарында яҡташ шағирҙарыбыҙ Рәшит Назаров, Рәмзил Вәлиев, Вәрис Аҡбашев һ.б. шиғыр юлдары сағылған. Әлеге ваҡытта Гөлфиә Нурғәлиевна башҡорт орнаментын өйрәнеүгә, бер ни тиклем онотолоп торған шөғөлдө тергеҙеүгә ҙур тырышлыҡ һәм көс һала. Ошо һөнәрҙе ул киләсәк быуынға ла өйрәтеп ҡалдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Матурлыҡ аша Ханнанова Г.Н. халыҡтың борондан килгән ҡул сәнғәтен генә түгел, ә башҡорт телен, әҙәбиәтен пропагандалай. Уҡыусылар был дәрестә «биҙәк», «узор», «орнамент» һүҙҙәренең мәғәнәләрен белделәр, башҡорт биҙәктәренең төҫтәрен, фигураларын иҫкә төшөрҙөләр. Орнамент әлеге ваҡытта ла көнкүрештә ҡулланыла. Ул тәҙрә ҡапҡастарында, ишектәрҙә, балаҫта, һауыт-һабала, кейемдәрҙә һ.б. әйберҙә ҡулланыла, тип әйтеп киттеләр уҡыусылар. Дәрестең практик өлөшөндә улар сигергә өйрәнде. Балаларға яңы һөнәргә өйрәнеү бик ҙур шатлыҡ килтерҙе. Һәр береһе Гөлфиә апалары бүләк иткән пяльцы, канва, мулинеларҙы ҡулланып, бик һөйөндөләр. Сигеү эше – әсәй-өләсәйҙәрҙең генә эше түгел икән, ә балаларҙың да, бигерәк тә малайҙарҙың да, күңел һалып башҡараһы эш икәненә ышандыҡ. Балалар йәйге каникулда матур биҙәктәр сигергә өйрәнергә һүҙ бирҙеләр. Эстетик тәрбиә ошондай сараларҙан башлана, тип уйлайым. Бала бәләкәйҙән матурлыҡты күреп, үҙе шул матурлыҡты тыуҙырыуҙа ҡатнашып үҫһә, аҙаҡ та матурлыҡҡа сумып йәшәр, тип ышанабыҙ. Оҫталыҡ дәресе өсөн Гөлфиә Нурғәли ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Киләсәктә уға яңы уңыштар теләйбеҙ.
Талбазы башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы Атмасова Светлана Николаевна.
Читайте нас: