+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2021, 11:57

Рәсәйҙә балалар туристик кешбэк программаһы эшләй башланы

Баланың йәше мөһим түгел, кешбэк барыһы өсөн дә ҡаралған. Тулыраҡ сайтҡа инеп танышығыҙ.

Теләүселәр йәйге сменаларға балалар стационар лагерҙарына юллама һайлай һәм түләнгән сумманың яртыһын кире ҡайтарып ала ала, ләкин 20 меңдән артыҡ түгел. Унда ҡатнашыу өсөн ата-әсәләргә «Мир» картаһы ярҙамында мирпутешествий.рф сайтында юллама һатып алырға кәрәк. Аҡса биш көн эсендә иҫәпкә күсә.
Алдан хәбәр ителгәнсә, Башҡортостанда балалар кешбэк федераль программаһы буйынса республика балалар лагерҙарына юллама һатып алғандар 30% күләмендәге өҫтәмә компенсацияға иҫәп тота ала.
Балалар лагерына нисек юллама һатып алыу һәм файҙа сығарыу тураһында https://www.bashinform.ru/news/1594949-kak-zhitelyam-bashkirii-priobresti-putevku-v-detskiy-lager-s-maksimalnoy-vygodoy/?clear_cache=Y һылтанмаһы аша үтеп танышығыҙ.
Читайте нас: