+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2021, 07:30

Башҡортостанда төбәк-ара яҙыусылар форумы уҙғарыла

27-28 май Өфөлә «XXI быуат яҙыусыһы» төбәк-ара форум үтә. Әҙәби сара республиканың һәм башҡа төбәктәрҙең ҡәләм оҫталарын бергә туплаясаҡ.

27-28 май Өфөлә «XXI быуат яҙыусыһы» төбәк-ара форум үтә. Әҙәби сара республиканың һәм башҡа төбәктәрҙең ҡәләм оҫталарын бергә туплаясаҡ. Форумға Силәбе, Ырымбур, Ростов, Калуга өлкәләре, Перм крайы, Татарстан республикаһынан яҙыусылар килеүе көтөлә.

Әҙәбиәт, китап нәшриәте, әҫәрҙәрҙе башҡа телдәргә тәржемә итеү буйынса көнүҙәк һорауҙар ҡараласаҡ. Форумдың беренсе көнөндә оҫталыҡ дәрестәре планлаштырылған. Сара эксперттары булараҡ Мәскәү, Ярославль, Махачкала, Новосибирскиҙан әҙәби журналдар, нәшриәттәр вәкилдәре, яҙыусылар, әҙәби тәнҡитселәр сығыш яһай. Мастер-кластарҙа әлеге цифрлаштырылған заманда китаптарҙы таратыу, нәшриәт торошо, әҙәби тәнҡит буйынса мәсьәләләр күтәрелә.
Форумдың икенсе көнөндә әңгәмә майҙансыҡтары ойошторола, унда балалар-үҫмерҙәр әҙәбиәтенең бөгөнгөһө һәм киләсәге, тәржемә эше, милли драматургия хаҡында фекер алышасаҡтар.

«XXI быуат яҙыусыһы» төбәк-ара форумды 27 май сәғәт өсөнсө яртыла (14.30) «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһының тамаша залында тантаналы асыла.
Читайте нас: