Ҡалтасы районы, беләһегеҙме ҡайҙа урынлашҡан? Эйе, ул Өфөнән әллә ни алыҫ та түгел, әммә Благовещен, Бөрө райондары аша барып етергә кәрәк. Борон замандарҙа бында Гәрәй ырыуы башҡорттары йәшәгән.
"Аҡбуҙат" журналы редакцияһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған Ырыуҙар йыйыны сиктәрендә 2-се Краснохолмск мәктәбендә ошо төбәк балалары менән осрашты һәм үҙенең 30 юбилейын үткәрҙе. Бөгөн 2-се Краснохолмск мәктәбендә 315 бала белем ала, 2- 8-се кластар башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Сарала 1-се Краснохолмск һәм 3-сө Краснохолмск мәктәбе уҡыусылары ла ҡатнашты.
Сара сиктәрендә баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина балаларға баҫма тарихы хаҡында һөйләне. "Башҡортостандың һәр кескәй гражданы туған телен, шәжәрәһен, тарихын һәм динен белергә тейеш. Ул һеҙҙе көслө һәм аҡыллы, рухлы һәм иманлы итәсәк!" - тине ул.
Артабан балалар журналдың рәссамы Артур Вәсилов менән бергә Гәрәй ырыуының ҡошо - ҡаҙҙы төшөрҙө. Еңеүсе - 3-сө класс уҡыусыһы Әмирә Әбүшаһмина һүрәте. Рәсем журналда баҫыласаҡ. Индира Арыҫланова, Кәрим Ғәйнуллин, Гүзәл Гәрәева, Әмирә Муҡсинова, Айназа Мингәзова, Булат Шаймарҙанов, Айгөл Әхмәтханова, Риназ Зиатдинов һүрәттәре лауреат исеменә лайыҡ булды.
Сарала балаларға "Урал батыр" йәнһүрәте тәҡдим ителде.
Осрашыу һуңында уҡыусылар үҙ оҫталығын күрһәтеп, шиғыр, шәжәрә хаҡында һөйләне.
Һүрәттәр, видеолар журналдың сайтында һәм башҡа социаль селтәрҙәрҙә баҫыласаҡ.
Танылған йырсы Зөһрә Байбурина - Ҡалтасы районы ҡыҙы, Гәрәй ырыуы башҡорто. Балалар төбәктең билдәле шәхестәрен белеп үҫергә тейеш. Беҙ балаларҙы үҙебеҙҙең алыҫ заттар миҫалында тәрбиәләргә бурыслы.