Ошо көндәрҙә мәктәптә иҫтәлекле таҡтаташты асыу тантанаһы ла үтте.
78-се мәктәптә ғүмерҙәрен Тыуған илде һаҡлауға бағышлағандар байтаҡ. Улар араһында Рәсәй Геройы Анатолий Сафронов та бар. Ул – Рәсәйҙең атҡаҙанған хәрби осоусыһы, осоусы-снайпер, авиация генерал-майоры.
Мәктәп директоры Жанна Ращепкина хәбәр итеүенсә, Сафроновтың исемен мәктәпкә биреү башланғысы менән уҡытыусылар, балалар һәм уларҙың ата-әсәләре тәү башлап сығыш яһаған.
Анатолий Сафронов үҙе мәктәп менән тығыҙ бәйләнеш тота, балалар менән осраша, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә оло өлөшөн индерә.