+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Май 2021, 12:02

Барҙаларҙа ҙур байрам

Тантанаға уҡыусылар һәм уҡытыусылар йыйылып, башҡорт телен өйрәнеү буйынса ойошторған йәкшәмбе мәктәбе эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.

Пермь крайының Барҙа ауылындағы Ғабдулла Туҡай исемендәге гимназияла ҙур байрам үтте.
Тантанаға уҡыусылар һәм уҡытыусылар йыйылып, башҡорт телен өйрәнеү буйынса ойошторған йәкшәмбе мәктәбе эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.
Быйыл Башҡортостан Башлығы грантына 1-се һанлы гимназия базаһында йәкшәмбе мәктәбе асылды. Ул урындағы милләттәштәребеҙгә башҡорт телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәтеү маҡсаты менән ойошторолған.
Сарала Башҡортостандан да ҡунаҡтар ҡатнашты. Тәтешле район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Әҙеһәм Мәғдән улы Фәрвәзетдинов үҙенең сығышында Пермь балаларын Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарына саҡырҙы.
Йыйылғандар артабан да йәкшәмбе мәктәбенең әүҙем эшмәкәрлегенә өмөт белдерҙе.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: