Сара 1 июндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, Башҡорт опера һәм балет театрының Ҙур залында уҙасаҡ. Йыйылған аҡса төҙөлә башлаған хоспистың балалар бүлексәһе өсөн ҡорамал һатып алыуға йүнәлтелә.
«Дауалап булмаған сирҙән яфаланған бала өсөн ҡорамал – ашау, тын алыу, йоҡлау мөмкинлеге ул. Балалар бүлексәһе өсөн дөйөм сумма – 11 миллион һумдан ашыу. Театр етәкселегенә һәм коллективына әлеге башланғыс өсөн бик рәхмәтлебеҙ», — тине Өфө хосписының башҡарма директоры Радмила Сурначева.
Билет хаҡы – 200-2000 мең һум.