+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2021, 14:03

"АҠБУҘАТ" ЖУРНАЛЫ ҠОБАУ ЫРЫУЫ БАЛАЛАРЫ МЕНӘН ОСРАШТЫ

Иглин районының Д. Тикеев исемендәге 4-се мәктәптә "Аҡбуҙат" журналы үҙенең юбилейын үткәрҙе.

"Аҡбуҙат" журналы - Ҡобау ырыуы балалары менән осрашты

Иглин районының Д. Тикеев исемендәге 4-се мәктәптә "Аҡбуҙат" журналы үҙенең юбилейын үткәрҙе.

Сара сиктәрендә баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина балаларҙы баҫма тарихы менән таныштырҙы. Ул шулай уҡ мәктәпкә исеме бирелгән ғалим Данис Тикеев һәм башҡа ошо төбәк шәхестәре хаҡында һөйләне.

Артабан балалар журналдың рәссамы Майя Ҡәйүмова менән бергә Ҡобау ырыуының ағасы - ҡайынды төтшөрҙө. Еңеүсе - Арина Кинйәбаева һүрәте. Рәсем журналда баҫыласаҡ.

Байрамда балалар "Урал батыр" йәнһүрәтен ҡараны, йәнһүрәт буйынса һорауҙарға яуап бирҙе.

Сара һуңында уҡыусылар, үҙ оҫталығын күрһәтеп, әкиәт һөйләне.
Лариса АБДУЛЛИНА.
Читайте нас: