+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2021, 08:20

ТАРИХ ДӘРЕСЛЕКТӘРЕН НИНДӘЙ ҮҘГӘРЕШТӘР КӨТӘ?

Тарих фәне яңыса уҡытыла башлаясаҡ.

Элегерәк Владимир Путин тарих дәреслегендәге бер етешһеҙлекте билдәләп үткәйне: уҡыу әсбабында Сталинград һуғышының барышы тураһында мәғлүмәт юҡ ине.
Дәүләт башлығы ҡушыуы буйынса, Мәғариф һәм фән министрлығы дәреслектәрҙе генә түгел, уҡытыу программаларын да тикшерҙе.
“Тарих” фәне буйынса 2500-ҙән артыҡ программаны анализлағандан һуң, уларҙың 70 процентында төҙәтеү талап иткән етди етешһеҙлектәр асыҡланды. Дәреслектәрҙең күп өлөшө һуғыш йылдарындағы төп тарихи ваҡиғаларҙы, Брест крепосын һаҡлаусы геройҙар тураһында факттар, Севастополь һәм Одессаны ҡурғау, Нюрнбург һәм Токия суд процестары һәм башҡа мөһим ваҡиғалар йә бөтөнләй телгә алынмай, йә өҫтөн-мөҫтөн генә һүрәтләнә.
Тикшереү ҡайһы бер мәктәптәрҙә программаны йыш ҡына сифатһыҙ методика өлгөһө буйынса һайлауҙарын асыҡлаған.
Яңыса белем биреү программаларын булдырыуҙа фәнни коллективтар ҡатнашасаҡ. 5-9 кластар өсөн программаны Министрлыҡ 1 сентябргә тапшырырға ниәтләй. Ведомствола дөйөм белем биреү мәктәптәренең ғилми эшмәкәрлеген контролдә тотоуҙы көсәйтергә планлаштыралар.
Читайте нас: