Балалар баҡсаһы һәм мәктәптәрҙәге сығарылыш кисәләренә, ғәмәлдәге нормаларға ярашлы, коронавирустан прививка эшләткән йәки антиесемдәре булған ата-әсәләр генә индерелә ине. Билдәле булыуынса, «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан бүлексәһе коронавирус сикләүҙәрен йомшартыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте.
Сараны урамда үткәргәндә – социаль дистанцияны һаҡлау һәм битлек кейеү, бина эсендә иһә, әгәр кисәлә 50-нән күберәк кеше ҡатнашһа, терапевтан сәләмәт булыу тураһында белешмә алыу ҙа етә, тип билдәләй партиясылар.
Мөрәжәғәт авторҙары яҙыуынса, республиканың күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар үткәреү тәжрибәһе бар, һуңғылары – 1 һәм 9 майҙа, унан һуң сирлеләрҙең күбәйеүе теркәлмәне. Тәжрибәне башҡа сараларҙа ла ҡулланырға мөмкин.