20-22 майҙа Торатау конгресс-холлында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Бөтә Рәсәй Асыҡ Академияһы үтә. Был хәйриә проекты Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарына социаль, эшлекле, ижади өлкәлә үҫергә ярҙам итә.
Сара беренсегә Бөтә Рәсәй кимәлендә үтә, унда белгестәр, спикерҙар, илдең күренекле ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнаша.
Программала лекциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре, воркшоптар, медицина буйынса консультациялар ҡаралған.
Академия ҡунаҡтары – Оксана Пушкина, Арина Шарапова, Алена Яковлева, Ольга Баталина, Валентина Пешкова, Нюта Федермессер, Петр Кучеренко, Валентина Паевская һәм башҡалар.