Документтың яңы редакцияһына ярашлы, балалар баҡсаларына, мәктәп, колледж һәм өҫтәмә биреү ойошмаларына, санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәгәндә, ойошҡан балалар төркөмдәренә Башҡортостан биләмәһендә һәм унан ситтә ял итеү, һаулыҡ нығытыу рөхсәт ителә. Мәғариф учреждениелары объект эсендәге режимды тайпылышһыҙ үтәүҙе тәьмин итергә тейеш.
Атай-әсәйҙәрҙең балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә үткәрелгән иртәлектәргә, һуңғы ҡыңғырау байрамына ата-әсәләрҙең паспорты йәки шәхестәрен раҫлаған башҡа документтары, баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығы (паспорты) һәм түбәндәге документтарҙың береһе булғанда ғына индерелә:
- COVID – 19-ға ҡаршы вакцинация уҙыуы тураһында сертификат;
- коронавирусҡа ҡаршы яһатылған прививка тураһында медицина ойошмаһынан алынған справка;
- COVID-ҡа антиесем титрҙарының ике берәмектән юғары булыуы тураһында медицина справкаһы, ул иртәлеккә тиклем бер ай алдан алынырға тейеш;
- Санитар-эпидемиологик талаптарҙы ҡәтғи үтәгән осраҡта, Башҡортостанда балалар өсөн стационар тибындағы палаткалы лагерҙар эшләй ала.
Шулай уҡ коронавирус таралыу шарттарында мәктәптәрҙә балалар баҡсаларында запас инеү юлдарын файҙаланыу тәртибе ғәмәлдән сыға.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.