+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Май 2021, 16:44

БӘЛӘКӘСТӘРҘЕҢ СЫҒАРЫЛЫШ КИСӘЛӘРЕНӘ ИНЕҮ МӨМКИНЛЕГЕ БУЛЫРМЫ?

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин балалар баҡсаларындағы һәм башланғыс кластарҙағы сығарылыш кисәләренә ата-әсәләрҙе билдәле шарттарҙа ғына индерергә тәҡдим итте.

«Вакцинаның беренсе компонентын алған йәки сирләгәндән һуң антиесемдәре юғары булған ата-әсәләрҙе әлеге сараларға индерергә мөмкин», — тине ул. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек тураһында указға тейешле үҙгәрештәр әҙерләргә ҡушты. «Был ғәҙел талап: әгәр атай-әсәйҙәр балалар байрамына барырға теләй икән, хәүеф менән янамауын раҫларға тейеш», — тине республика етәксеһе.
Читайте нас: