Мәғариф министрлығы 14 майҙы уҡыусылар өсөн өҫтәмә ял көнө тип иғлан итте.
Әммә, ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, был көндә 9 һәм 11 класс уҡыусылары дәрестәр теҙмәһенә ярашлы уҡыясаҡ.
Өҫтәмә ял көнөн мәғариф объекттарын террорға ҡаршы тороу талаптарына тап килеү йәһәтенән комплекслы тикшереү өсөн файҙаланырға кәрәк, тиелә Мәғариф министрлығы документында.