+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Май 2021, 14:26

Радий Хәбиров Башҡортостан мәктәптәрендә хәүефһеҙлек сараларын көсәйтергә ҡушты

Республика етәксеһе Татарстандағы фажиғәнән зыян күргәндәрҙең ҡайғыһын уртаҡлашты, уларға ярҙам тәҡдим итте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Татарстан республикаһының Ҡазан ҡалаһындағы 175-се мәктәптәге фажиғәнән һуң үҙебеҙҙең республикалағы белем усаҡтарында хәүефһеҙлек сараларын көсәйтергә бойорҙо.
Республика етәксеһе күрше республиканың ҡайғыһын уртаҡлашты, зыян күргәндәргә ярҙам йөҙөнән Башҡортостан санаторийҙарында бушлай реабилитация курстары үтергә саҡырҙы.
Башҡа һорауҙар буйынса ла респубика ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә әҙер.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: