+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Май 2021, 14:06

Күрше республикала оло фажиғә...

Бөтә Рәсәйҙе тетрәтте бөгөнгө ваҡиға – Татарстан республикаһының Ҡазан ҡалаһындағы мәктәптәрҙең береһендә бер ғәйепһеҙ балаларҙың ғүмере ҡыйылды.

Бөтә Рәсәйҙе тетрәтте бөгөнгө ваҡиға – Татарстан республикаһының Ҡазан ҡалаһындағы мәктәптәрҙең береһендә бер ғәйепһеҙ балаларҙың ғүмере ҡыйылды.
Бөгөн Ҡазандың 175-се урта мәктәбендә ике террорист ут аса, һөҙөмтәлә 10-дан артыҡ баланың, бер уҡытыусының ғүмере өҙөлә, тағы 13 кеше дауаханала.
9 бала ҡораллы вәхшиләрҙең ҡулынан һәләк булһа, икәүһе мәктәптә атыш башланғас, өсөнсө ҡаттан һикереп төшөп йән бирә.
Дауаханаға эләккән балаларға һигеҙ йәштән алып 14 йәшкә тиклем. Кемдеңдер хәле айырыуса киҫкен, кемдеңдер уртаса ауырлыҡта баһалана.
Террористарҙың береһе ҡулға алынған. Уның ҡасандыр ошо мәктәптә уҡыған 17 йәшлек егет икәне асыҡланды. Икенсеһе, яҡынса асыҡлауҙарынса, 41 йәшлек ир. Ул мәктәпкә һөжүм итерҙән бер нисә көн алда Телеграм селтәрендә канал булдыра, үҙен Алла тип атай һәм ғаләмде кешеләрҙән таҙалау уйы барлығы хаҡында белдерә.
Татарстанда 12 май Матәм көнө иғлан ителде.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: