+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Май 2021, 17:25

Өфөлә “Дөйөм белем биреү системаһында Рәсәй халыҡтары телдәре” тип исемләнгән семинар-кәңәшмә уҙасаҡ.

Кәңәшмә Рәсәй халыҡтарының туған телдәренә ярҙам итеү, туған телдәрҙе өйрәнеүҙә, шул иҫәптән уларҙы уҡытыуҙа иң уңышлы тип табылған тәжрибәне асыҡлауға һәм ғәмәлгә индереүгә йүнәлтелгән.

Семинар-кәңәшмә барышында дөйөм белем биреү системаһында туған телдәрҙе уҡытыу алымдары тәҡдим ителәсәк, түбәндәге мәсьәләләр тураһында ла фекер алышыуҙар буласаҡ.
- Рәсәй халыҡтарының туған телдәрен уҡытыу Концепцияһын ғәмәлгә ашырыу буйынса Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының саралар планын үтәү;
- рус телен туған тел булараҡ уҡытыу;
- туған телдәрҙе уҡытыу проблемалары;
- туған телдәрҙе өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы ғаиләлә уятыу, дәрестән тыш шөғөлдәр һәм өҫтәмә белем биреү.
Семинар-кәңәшмәнең трансляцияһы Интернет селтәрендә ойоштороласаҡ: https://youtu.be/lUP_milg6Z4 11.00 сәғәттә башлана.
Читайте нас: