“Беҙҙең данлыҡлы яҡташыбыҙ Тамара Танһыҡҡужина 3 май көнө Варшавала, уйын ваҡытында Рәсәй Федерацияһы флагын сисеүгә бәйле эпизодҡа, психологик баҫымға ҡарамай, үҙенең планеталағы иң яҡшы шашист булыуын иҫбатланы. Хәҙер уның активында ете титул. Беҙҙең илдә әле бер кемдең дә бындай ҡаҙаныштарға лайыҡ булғаны юҡ”, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм чемпионға Халыҡтар дуҫлығы орденын тапшырҙы.