Бының өсөн “Мир” түләү картаһы ярҙамында мирпутешествий.рф сайтында лагерға юллама һатып алырға кәрәк. Күп тигәндә биш көн эсендә путевка хаҡының яртыһы ата-әсә хисабына әйләнеп ҡайта. Ата-әсәләргә Рәсәй хөкүмәте биргән мөмкинлектән файҙаланырға һәм ғаилә бюджеты аҡсаһын янда ҡалдырырға кәңәш итәм. Юллама хаҡының 30 проценты Республика бюджетынан өҫтәмә рәүештә түләнәсәк һәм шул рәүешле кешбэк 80 процент тәшкил итәсәк. Барлыҡ нескәлектәрен район мәғариф идаралыҡтарынан белешергә.