Башҡортостандың Ғаилә порталында https://www.семьярб.рф/ белергә була. Ҙурыраҡ әйбер булһа, килеп алыу өсөн ғаризаны 8 - 800 - 347 - 5000 телефоны буйынса ҡалдырырға мөмкин.
12 майҙан "Файҙалы кәңәштәр марафоны" башлана. Ул ата-әсәләргә психологик ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән, 8 - 800 - 347 - 5000 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин. Психологтар төрлө һорауҙар буйынса консультациялар үткәрәсәк.
13 майҙа "Файҙалы иртәнге аш" республика акцияһы үтәсәк. Был сара сәләмәт йәшәү рәүеше, дөрөҫ туҡланыуҙың роле хаҡында мәғлүмәт бирәсәк. Табип-диетолог Зөлфиә Хәбибуллина үҙенең ғаиләһе менән тәмле һәм файҙалы аҙыҡ әҙерләп күрһәтәсәк. Ғаиләгеҙҙең иртәнге аш мәлендә фотоһын "Инстаграм" селтәренә #Семейныйзавтрак2021 хэштегы менән ҡуйып, @dietolog_zulfiya аккаунтын билдәләһәгеҙ, бүләктәр ҙә ота алырһығыҙ.
14 майҙа "Хәүефһеҙ юл – бәхетле ғаилә" республика акцияһы планлаштырылған.
15 майҙа, Халыҡ-ара ғаилә көнөндә, ғаиләгеҙҙең фотоһын "Инстаграм"ға ҡуйып, #Деньсемьи2021 хэштегы менән билдәләп, конкурста ҡатнаша алаһығыҙ. Еңеүселәр Өфө ҡалаһындағы ғаилә ресторанына саҡырыу аласаҡ. Шулай уҡ "Беҙ Халыҡ-ара ғаилә көнөндә өйләнештек" республика акцияһы ла уҙасаҡ.
Ғаилә аҙналығы 16 майҙа баш ҡаланың “Арт-Квадрат” майҙансығында "Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?" уйыны менән тамамланасаҡ.