Йәрмәкәй районында иҫтәлекле ваҡиға – Бөйөк Еңеү көнө уңайынан Һыуыҡкүл ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 112-се Башҡорт (16-сы Гвардия) атлылар дивизияһы яугире, генерал Шайморатов орденының беренсе кавалеры Нағаев Мөғин Кәрим улының иҫтәлеген мәңгеләштереүгә арналған тантана үтте.
Легендар яҡташтары хөрмәтенә ауыл мәктәбендә мемориаль таҡтаташ, Мөғин Нағаев исемендәге Дан Аллеяһы асылды.
Мөғин Нағаев Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ленин, Ҡыҙыл байраҡ, Александр Невский, Беренсе һәм Икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “Һуғыштағы батырлыҡтары өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә.
Уның иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында Өфөләге 160-сы дөйөм белем биреү лицейына уның исеме ҡушыласаҡ, ул йәшәгән йортҡа ла мемориал таҡта беркетеләсәк, баш ҡалалағы “Гвардия” скверы “Мөғин Нағаев исмендәге гвардия скверы” тип үҙгәртеләсәк.