“Хөрмәтле иптәштәр! Ҡәҙерле Бөйөк Ватан һуғышы, тыл һәм хеҙмәт ветерандары!
Бар йөрәктән һеҙҙе Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә 76 йыл тулыу менән ҡотлайым!
9 май – изге байрам, яу ҡаһарманлығы һәм хеҙмәт фиҙакәрлегенең иҫтәлекле көнө. Ул беҙҙе батырлыҡ, ныҡлыҡ өлгөһө булған оло быуынға, уларҙың илһөйәрлегенә, еңеүгә ынтылышына тигеҙләнергә саҡыра.
Был йыл халҡыбыҙ өсөн айырыуса әһәмиәтле – 22 июнь Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл тула. Бар совет халҡы берҙәм булып нацизмға ҡаршы көрәшкә күтәрелгән. Тап беҙҙең ил әйтеп аңлатҡыһыҙ тырышлыҡ, ҙур юғалтыуҙар аша Икенсе донъя һуғышының яҙмышын хәл иткән.
Ошо хаҡта онотмау, совет халҡы батырлығының дөрөҫлөгөн яҡлау, тарихты үҙгәртергә маташыуҙарға юл ҡуймау – беҙҙең изге бурысыбыҙ.
Яу яланында ятып ҡалғандар, яраларынан, концлагерҙарҙағы михнәттәренән йән биргәндәрҙең яҡты рухы алдында баш эйәбеҙ, арабыҙҙан киткән ветерандарҙы иҫкә алабыҙ.
Өфө ҡалаһы республика халҡы хеҙмәт батырлығы күрһәткәне өсөн Рәсәй Президенты Указы менән “Хеҙмәт батырлығы һәм даны ҡалаһы” тигән почетлы исемгә лайыҡ булды. Был иҫтәлекле дата хөрмәтенә ҡалала хәтер стеллаһы ҡалҡып сығасаҡ. Яңыртылған Совет майҙанының үҙәгендә Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыласаҡ.
Шайморатов генерал яугирҙәрен атакаға күтәргәндә “Салауат вариҫтары еңелеү белмәй” тигән. Был һүҙҙәр бер һынауҙар алдында ла бөгөлөп ҡалмаған халҡыбыҙҙың девизына әүерелде.
Бөгөн фронтовиктар, тылда тир түккәндәр менән бер рәттән бала саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килгән 185 мең һуғыш балалары иҫәпләнә. Ихтирам, хөрмәт йөҙөнән беҙ уларға социаль ярҙам күрһәткән мөһим законды ғәмәлгә индерҙек. Оло быуын беҙҙең хәстәрҙе тойоп йәшәйәсәк.
Башҡортостан халҡы исеменән һеҙгә беҙҙең, бөтә ил, барлыҡ кешелек алдындағы батырлыҡтарығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм! Барыһына ла һаулыҡ, бәхет һәм баш осондағы күк йөҙөнөң аяҙ, тыныс булыуын теләйем!”