Башҡортостан Бөйөк Еңеү көнөн билдәләй.
Өфө территориаль гарнизоны хәрбиҙәре, башҡарма власть федераль органдары хеҙмәткәрҙәре тантаналы рәүештә Өфө ҡалаһының Октябрь проспектынан үтте.
Бөйөк Ватан һуғышы, тыл һәм хеҙмәт, хәрби хеҙмәт, хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылары тантананы ҡунаҡ трибуналарынан күҙәтте. Уларҙы, парадта ҡатнашыусыларҙы, тантанаға йыйылған ҡала халҡын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне.
“Ҡәҙерле ветерандар! Хөрмәтле парадта ҡатнашыусылар! Һеҙҙе Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлайым! Был изге дата халҡыбыҙ һәм киләсәк быуын яҙмышына мәңгелеккә бәйләнгән. Беҙ һәр яугирҙең, һәр тыл ветеранының исемдәрен иҫләйбеҙ. Уларҙың ныҡлығы, яу һәм хеҙмәт батырлығы алдында баш эйәбеҙ”, - тине ул, һәм Тыуған ил өсөн баштарын һалған яугирҙәр иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан итте.
Радий Хәбиров хәрби хеҙмәт һалдаттарының, кадеттарҙың һәм йәш хәрбиҙәрҙең илебеҙ хәүефһеҙлеге һағында тороуын билдәләне:
“Ватаныбыҙҙың көслө һәм ышаныслы ҡалҡаны бар”.
Тантаналы парадты байраҡлы төркөм һәм барабансылар взводы асты. Октябрь проспекты буйлап сафта 1400-ҙән ашыу Өфө территориаль гарнизоны хәрбиҙәре, башҡарма власть федераль органдары хеҙмәткәрҙәре, курсанттар, кадеттар, хәрби хеҙмәт һәм Хәрби-диңгеҙ флоты ветерандары уҙҙы.
Улар артынан Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы техника үтте. Техника Красногорск ҡалаһындағы “Техника музейы”на нигеҙ һалыусы Вадим Задорожныйҙың шәхси коллекцияһынан.
Парад “Первушино” бәләкәй авиация аэродром комплексы төркөмөнөң сығышы менән тамамланды.