+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Май 2021, 10:25

БӨЙӨК ЕҢЕҮ КӨНӨ БӨГӨН

Баш ҡалабыҙ Өфөлә Бөйөк Еңеү көнө уңайынан тантаналы саралар теҙмәһе башланды.

Баш ҡалабыҙ Өфөлә Бөйөк Еңеү көнө уңайынан тантаналы саралар теҙмәһе башланды.
Бөйөк Еңеүгә 76 йыл тулыу айҡанлы тантаналарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнаша.
Ул Башҡортостан республикаһының күп милләтле халҡы исеменән Еңеү паркында урынлашҡан Советтар Союзы геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәленә, Мәңгелек ут янған урынға сәскәләр һалды.
Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының гимндары яңғырағандан һуң тантанала ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған ил һағында торғандарҙы, яу яланында ятып ҡалған батырҙарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
Радий Хәбиров ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө дөйөм белем биреү осоусылар мәктәбе-интернаты тәрбиәләнеүселәрен, Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты курсанттарын сәләмләне. уҡыусылар, курсанттар яугирҙарҙың үлемһеҙ батырлығына арналған тантаналы маршта ҡатнашты.
Радий Хәбиров шулай уҡ ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәевтең ҡәберенә, генерал-майорҙар Миңлеғәле Шайморатов, Таһир Күсимовтың бюстарына, тыл һәм хеҙмәт ветерандарына һәйкәленә лә сәскәләр һалды.
Республика етәксеһе Еңеү паркындағы “Еңеүҙең алтын йондоҙҙары” интерактив майҙансыҡтарҙы, кадеттарҙың сығыштарын, йәш шиғыр уҡыусылар бәйгеһен, фотоһүрәттәр һәм картиналар күргәҙмәһен ҡараны. Эске эштәр министрлығы кинолог хеҙмәт үҙәгенең эттәре лә сығыш яһаны.
Радий Хәбиров ветерандар һәм Өфө халҡы менән аралашты, уларҙы байрам менән ҡотлап һаулыҡ, оҙон ғүмер теләне.
Олег Яровиков фотолары
Читайте нас: