Теүәл әйткәндә, акцияны ойоштороусылар хәбәр иткәнсә, бөгөнгө көнгә “Үлемһеҙ полк”та ҡатнашырға 57 293 кеше теләк белдергән.
Быйыл да Еңеү көнөн байрам итеү онлайн форматта уҙасаҡ. Виртуаль парад 9 майҙа 15.00 сәғәттә башлана. Байрам сараһын “Үлемһеҙ полк” https://2021.polkrf.ru/ сайтында, "Сәләм" телеканалында һәм портреттарҙың бер өлөшөн БЮТ телемарафонында ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Теркәлеү иртәгә, 2021 йылдың 7 майында тамамлана, өлгөрөп ҡалығыҙ!
Ғаризаны https://2021.polkrf.ru/ сайтында, “Класташтар”, “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәрендәге ҡушымта аша бирергә мөмкин. Ғаризалар ҡаралғас, геройҙың портреты һалынасаҡ һәм уның эфирға сығыу ваҡыты күрһәтеләсәк. Онлайн-парад тамамланғас, барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа яҡындарының фотоһүрәте күрһәтелгән өлөшөн аласаҡ.
Кем уҙған йыл ҡатнашҡан, үҙгәрештәр булмаһа, инде хупланған ғаризаны ҡабатлау ҙа етә.
Белешмә өсөн: 2020 йылда “Үлемһеҙ полк” акцияһы коронавирус пандемияһы арҡаһында дистанцион форматта уҙҙы. Геройҙарҙың портреттары polkrf.ru сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә күрһәтелде. Виртуаль парадты бөтә донъя буйынса 25 миллионға яҡын кеше ҡараған, 3 миллионға яҡын ғариза бирелгән булған.