+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Май 2021, 11:52

ШАШКАСЫ ТАМАРА ТАНҺЫҠҠУЖИНА ЕҢЕҮ МЕНӘН ҠАЙТТЫ! ҠОТЛАЙБЫҘ!

"...Беҙҙең бурыс – спорттың был төрөн үҫтереү, һәр яҡлап ярҙам итеү”, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров...

3 майҙа Варшава ҡалаһында уҙған шашка буйынса халыҡ-ара матчта етенсе тапҡыр донъя чемпионы исемен яулаған яҡташыбыҙҙы бөгөн иртән Өфө аэропортында тантаналы рәүештә ҡаршы алдылар.
"Ҙур еңеүе менән Тамара Танһыҡҡужинаны, уның тренерҙары Юрий Чертк һәм Алексей Чижовты, Башҡортостан шашка Федерацияһын Радий Хәбиров ҡотлап: “Тамара Михайловна – 2012 йылдан башлап Башҡортостан Республикаһында балалар шашка спортын үҫтереү проекты етәксеһе. Ул һәм уның коллегалары шашка спортына балаларҙы, нигеҙҙә, ауыл ерлегенән йәлеп итәләр. Беҙҙең бурыс – спорттың был төрөн үҫтереү, һәр яҡлап ярҙам итеү”, – тип хәбәр итте", - тиелә https://ufacitynews.ru/news/ сайтында.
Яҡташыбыҙ һайлаған спорт төрөн күптәр үҙ итер һәм киләсәктә ҙур еңеүҙәргә өлгәшерҙәр әле!
Читайте нас: