+8 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Апрель 2021, 21:33

"БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ" АКЦИЯҺЫНА ЙОМҒАҠ ЯҺАЛДЫ

Ҡатнашыусыларға сертификаттар һәр кемдең сайттағы шәхси кабинетына йә электрон почтаһына бәрелә.

Диктант яҙыуҙа республика ҡалалары һәм ауылдарынан, Рәсәйҙең 18 төбәгенән (Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Сочи ҡалалары, Силәбе, Ырымбур, Мәскәү, Һарытау, Һамар, Ҡурған, Свердловск, Мурманск өлкәләре, Ханты-Манси автономиялы округы, Ямал-Ненец автономиялы округы, Пермь, Алтай, Приморье крайҙары, Саха (Яҡут), Татарстан Республикаһы), донъяның 13 иленән (Үзбәкстан, Тажикстан, Испания, Швейцария, Германия, Бөйөк Британия, Италия, Франция, Канада, Ҡаҙағстан, Төркиә, Польша, АҠШ) барлығы 321 782 кеше ҡатнашҡан. Уларҙың 159 510-ы телде башланғыс кимәлдә белә, 106 794-е иркен аралаша, 55 478 кеше башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙған.
Иң бәләкәй ҡатнашыусы - Арыҫланбәкова Айнагөл, уға 5 йәш, ул Күгәрсен районынан. Иң оло ҡатнашыусы – Өфө ҡалаһынан 90 йәшлек Ләлә Биишева.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы
Читайте нас: