+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Апрель 2021, 21:48

Сит өлкәләрҙә лә башҡорт телен өйрәнәсәктәр!

Әле Сорғотта һәм Свердловск өлкәһенең Үрге Пышма ҡалаһында башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре асылды.

27-28 апрелдә Сорғотта 25-се һанлы мәктәп нигеҙендә һәм Свердловск өлкәһенең Үрге Пышма ҡалаһының Б. С. Суворов исемендәге 1-се мәктәбе нигеҙендә онлайн форматта башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре асылды. Был проект Башҡортостан Башлығы грантына Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернаты тарафынан тормошҡа ашырыла. Тантанала Рәми Ғарипов исемендәге гимназия уҡытыусылары башҡорт бейеүҙәре, ҡурайҙа уйнау, “Шәжәрә” төҙөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Башҡортостан Республикаһы мәктәптәргә дәрестәрҙә ҡулланыу өсөн кластарға стендтар, күргәҙмә әсбаптар, ноутбуктар тапшырҙы.
Читайте нас: