+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Апрель 2021, 17:08

Дәүләкән ере батырҙарын онотмай

Ивановка ауылында Советтар Союзы Геройҙары Василий Утинға һәм Николай Бусаргинға һәйкәл асылды, ә ауылдың урта дөйөм белем биреү мәктәбенә Советтар Союзы Геройы Василий Утин исеме бирелде.

Дәүләкән районы Ивановка ауылында Советтар Союзы Геройҙары Василий Утинға һәм Николай Бусаргинға һәйкәл асылды, ә ауылдың урта дөйөм белем биреү мәктәбенә Советтар Союзы Геройы Василий Утин исеме бирелде.
Сарала дәүләкәндәр, Ивановка ауылы халҡы ғына түгел, сик буйы һаҡсылары, ветерандар, мәктәп уҡыусылары, “Купол” хәрби-патриотик мәктәбе тәрбиәләнеүселәре, йәш хәрбиҙәр ҡатнашты.
Был көндә рәхмәт һүҙҙәре айырыуса сик буйын һаҡлаған хәрбиҙәр тарафына яңғыраны, тап улар герой-яҡташтарының исемдәрен мәңгеләштереү өсөн күп көс һалалар: һәйкәл булдырыу идеяһын күтәреп сығалар, быны бойомға ашырыу өсөн күп эш башҡаралар.
Был изге эште бойомға ашырыуҙа урындағы эшҡыуарҙар ҙа ярҙам иткән.
Сарала хәрби оркестрҙың уйнауы уға айырым тантана өҫтәне.
Тыуған ил һағында тороп, уның өсөн ғүмер биргән яугирҙар иҫтәлеге өсөн тынлыҡ минуты ла иғлан ителде.
Ивановка ауыл мәктәбендә геройҙарға музей ҙа арнағандар, сарала ҡатнашыусылар тантананан һуң унда һалдаттарҙың тормош юлы менән танышты. Был көндә музей яңы экспонаттарға байыны: Василий Утин исемендәге сик буйы заставаһынан бер ус тупраҡ тапшырылды.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: