+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Апрель 2021, 16:51

Йондоҙҙарға илткән юл

Дүртөйлө районы Әсән ауылы халҡы - балалар, йәштәр, ололар космонавтар менән аралашты.

Дүртөйлө районы Әсән ауылындағы яңы моделле китапхана “Роскосмос” дәүләт корпорацияһы, Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы, Рәсәй дәүләт китапханаһы менән берлектә “Китапхана төнө – 2021” Х Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә телекүперҙә ҡатнашты.
Сара кешенең беренсе тапҡыр йыһанға осоуына 60 йыл тулыуға арналды. Әсән ауылы халҡы Халыҡ-ара космос станцияһы экипажы космонавтары Олег Новицкий, Петр Дубров менән аралашты.
Милли кейемдәге балалар, йәштәр, ололар – башҡорттар, рустар, татарҙар, мариҙар – уларҙың барыһы ла космонавтарға ҡайнар сәләм юлланы. Телекүперҙә Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Дүртөйлө районы хакимиәте вәкилдәре, депутаттар, урындағы ветерандар советынан да ҡатнаштылар.
Әсән ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы Рената Ғиззәтуллина булып сыҡты, ул космонавтар менән аралашты һәм йыһанға һөйөү уятҡан яратҡан китаптары хаҡында һораны.
Моделле китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан йыһан темаһына китаптар күргәҙмәһе лә ойошторолған ине.
Телекүпер “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында бойомға ашырылды.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: