+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Апрель 2021, 12:42

Башҡортостанда Һөт кухняһы нисек эшләй?

Республика буйлап ҡайҙа һөт аҙыҡтары етештерәләр, ниндәй райондарҙа яңы таратыу пункттары асылған?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Һөт кухняһы” проектын шәхси күҙәтеүе хаҡында хәбәр итте.
Һөт кухняһындағы аҙыҡтар сифатлы, файҙалы булырға тейеш.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ете цех эшләй, улар Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Сибайҙа, Белоретта, Октябрьскийҙа, Үрге Ҡыйғыла. Был цехтар бөтәһе лә бергә тәүлегенә 20 тоннаға тиклем һөт аҙыҡтары етештерә.
Әсәйҙәргә өйҙәренән алыҫ китмәйенсә генә һөт аҙыҡтарын алыуы уңайлы булһын өсөн таратыу пункттарын күбәйтеү өҫтөндә лә эшләйҙәр. Башҡортостанда йәмғеһе 132 пункт эшләп килә.
Кисә, 20 апрелдә, Ауырғазы районының Толбазы ауылында тағы ла бер пункт асылды. Ул аҙнаһына өс тапҡыр аҙыҡ таратасаҡ. Толбазы ҙур ауыл, бында 160 бала бушлай һөт аҙыҡтары менән тәьмин ителә.
Шулай уҡ Өфөлә Российская урамы 13-тә лә яңы пункт асылған. Яҡында йәшәгән балалы ғаиләләргә һөт аҙыҡтары алыу еңелгә төшәсәк.
Әсән һәм Семилетка ауылдарында унда йәшәгән халыҡтың күп һанлы һорауҙары буйынса шулай уҡ пункттар асылған.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: