+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Апрель 2021, 13:12

“Ысын ир-егет, яҡшы кеше булырға өйрәтәһегеҙ”

Өфөлә 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында Рәсәй буйынса грек-рим көрәше турниры уҙҙы.

Ошо көндәрҙә Радий Хәбиров Рәсәй буйынса 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында уҙғарылған грек-рим көрәше турнирының еңеүселәрҙе бүләкләү сараһында ҡатнашты. Ярыш СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Владимир Борман иҫтәлегенә уҙҙы.
Турнирҙа Рәсәй төбәктәренән йәмғеһе 500 көрәшсе ҡатнашты.
Башҡортостан Башлығы тренерҙарға йәш быуында спортҡа, сәләмәт тормошҡа һөйөү тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре белдерҙе.
“Ысын ир-егет, яҡшы кеше булырға өйрәтәһегеҙ”, - тине ул, һәм тренерҙарға, спорт көрәше судьяларына дәүләт наградалары ла тапшырҙы.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: