Баланың теле әсә телендә асылырға тейеш. Әгәр әсә балаһына үҙ телендә әкиәттәр һөйләмәһә, китаптар уҡымаһа, бәләкәс кеше башҡорт китап-журналдарындағы һүрәттәрҙе үҙ телендә әйтеп өйрәнмәһә, йәнһүрәттәрҙе тик русса тыңлап үҫһә, ул нисек туған телен белһен? Бар нәмәгә нигеҙ бәләкәс саҡтан һалына. Үҫкәс өйрәнер әле, тип иң мөһим осорҙо күҙ уңынан ысҡындырһаҡ, һуң буласаҡ. Бала үҙ телен, үҙ моңон бәләкәй генә сағынан белергә, күңеленә һеңдереп үҫергә тейеш.
Шуға ла медиайыйында “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина был мәсьәләне күтәрҙе. Рәсәй каталогына индереләсәге, тиҙҙән баҫмабыҙҙың сит төбәктәргә лә почта аша барып етәсәген ишетеү һөйөнөслө хәбәр булды. Һәр бәләкәс башҡорт “Аҡбуҙат”лы булһын!