+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Апрель 2021, 10:00

РӘСӘЙҘӘ 16 ЙӘШЕ ТУЛМАҒАН БАЛАНЫ ЙӘМӘҒӘТ ТРАНСПОРТЫНАН ТӨШӨРӨП ҠАЛДЫРЫУҘЫ СИКЛӘГӘН ЗАКОН ҠАБУЛ ИТЕЛДЕ

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, баланы транспорттан төшөрөп ҡалдырған осраҡта уның ғүмеренә хәүеф янауы мөмкин. Автобус водителдәре һәм кондукторҙарына 5 мең һум, вазифа биләгән кешеләргә 20-нән 30 мең һумға тиклем штраф һалына.

Айырыуса ҡараңғыла йәки һыуыҡ көндәрҙә бындай осраҡтар булғаны бар. Юл хаҡын иһә бала ғүмере менән сағыштырып булмай. Закон тәү сиратта балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән, тип билдәләне парламент спикеры.
Читайте нас: